Алып ҡайта микән йырҙар
Кире һинең яндарыңа
Аға микән кире һыуҙар,
Үрмәләп ҡаяларға
Ҡушымта:
Менер инем болоттарға
Эҙләр өсөн яҙмышты
Ниңә һуң шулай иртә
Ике йөрәк яңылышты
Ниңә һуңлай икән яҙҙар,
Ҡасан ҡайта ҡыр ҡаҙҙары
Алып килер ине улар
Утҡа ырғытҡан хаттарҙы
Ҡушымта:
Менер инем болоттарға
Һине эҙләр инем тағын
Ниңә шулай иртә һүнде
Йөрәктәрҙә янған ялҡын
Нимә һөйләй икән күҙҙәр
Уста ятҡан саҡта йөрәк
Купме тора икән һүҙҙәр,
Хәҙер кемгә еңелерәк
Ҡушымта:
Менер инем болоттарға
Тағын эҙләр инем ваҡыт
Ләкин шуны һуң аңланым,
Бер йөрәк ҡалған ятып
Ҡушымта:
Менер инем болоттарға
Менер инем бейегерәк
Ләкин кире янамы һуң
Әллә ҡасан һүнгән йөрәк