Вступление
N/С
Иң ҡыйын эш ул - үҙеңде эҙләү. Кемдер өсөн ул үҙ -
үҙеңде үҙеңә бикләү, ҡулға бығауҙар һәр бар
нимәнән сикләү.
Донъя улар өсөн тар, йөрәктәрендә ҡурҡыу
һәм бөтмәҫ ҡанундар, сит ил кейемдәре,
сепрәктәр һәм тик тура юлдар...
Дөрөҫөрәге тик бер юл: уңда - упҡын,
һулда - тамуҡ, икенсе юл юҡ. Шәхси антиутопия.
Иҫке сценарий. Ҡыҙыҡ түгел, ҡыҙғаныс...
Алыҫ алыҫтарға юл алған, ти бер кеше
Артында ҡалған ҡала һәм ябылмаған ишек.
Уның бар бер хыялы - урарға бар донъяны,
Йөҙөп сығып диңгеҙҙе, табырға теләй үҙен.
[Припев]:
Ааааааа-ааааа... Кеше эҙләй үҙен оҙаҡ,сөнки йөрәгендә йоҙаҡ...
Ааааааа-ааааа... Кеше эҙләй үҙен оҙаҡ,сөнки йөрәгендә йоҙаҡ...
Кеше һаман бара алға тыныслыҡ аша яуға.
Тауҙар аша урманға, ләкин тағын аҙаша.
Һәм сыҡҡас ерҙе урап, үҙенән ҡуйған һорап:
"Нимә көтә һуң алда? Бәхетле инем юлда."
[Припев]:
Ааааааа-ааааа... Кеше эҙләй үҙен оҙаҡ,сөнки йөрәгендә йоҙаҡ...
Ааааааа-ааааа... Кеше эҙләй үҙен оҙаҡ,сөнки йөрәгендә йоҙаҡ...