[Куплет]:
Өҫтәлдә яңғыҙ сынаяҡ,
Сәйе һыуынып бөткән.
Яңғыҙ сәйҙең дә тәме юҡ,
Эсмәнем һинһеҙ, иркәм.
[Ҡушымта]:
Ғүмерем шулай узармы,
Гел һине генә көтөп,
Яңғыҙым өҫтәл янында
Һыуынған сәйҙәр эсеп.
[Куплет]:
Ҡайнар сәй һалып ҡуям да,
Ултырам һине көтөп.
Сәйең һыуына бит инде,
Ҡая юғалдың китеп.
[Ҡушымта]:
Ғүмерем шулай узармы,
Гел һине генә көтөп,
Яңғыҙым өҫтәл янында
Һыуынған сәйҙәр эсеп.
[Куплет]:
Өҫтәлемдә барһы ҙа бар,
Ниңә сәйҙең тәме юҡ.
Яңғыҙ булғанғалыр инде,
Өйөмдең ҙә йәме юҡ.
[Ҡушымта]:
Ғүмерем шулай узармы,
Гел һине генә көтөп,
Яңғыҙым өҫтәл янында
Һыуынған сәйҙәр эсеп.