Килгәндәр ти егеттәр оҙон алыҫ юлдарҙан
Йыйылған ти егеттәр тирә-яҡ ауылдарҙан
Ҙур ҡаланың бер йортона һылыу ҡулын һорарға
Шунда йәшәгән бер байҙың ҡыҙының ҡулын һорарға
|
Атына менеп бер егет ҡысҡыра ти урамдан
Әгәр миңә сығам тиһәң, бейеп төш ти артымдан
Яуап биргән ҡыҙ егеткә мин һинеке була алмам
Лексус менән йөрөгәс тә атҡа менеп ултырмам
|
Тағы сыҡҡан бер батыр, бәке тотҡан ҡулына
Һине яҡлап йөрөрмөн ти, тик минеке бул ғына
Яңғыраған көлөү тауышы ҡыҙ йәшәгән яҡтарҙан
Телохранительдарым бар дошмандарҙан һаҡларға
|
Бер саҡ ҡыҙҙың күҙҙәренән йәштәр ағып киткән ти
Ҡасан кейәүгә сығам тип илар хәлгә еткән ти
Шул саҡ һылыуҙың алдына бер егет килеп еткән
Алты ҡыллы ҡоралында оҫта уйнап ебәргән
|
Егет сирткән ҡылдарын, йәлләмәй ҙә ҡулдарын
Көйгә һалған уйҙарын, ҡыҙға әйтер һүҙҙәрен
Һылыуҡайҙың күңелдәре һандуғастай һайраған
Шулай егет бер һүҙ әйтмәй ҡыҙ йөрәген яулаған