Вступление
Күгәреп яталар Ирәндек тауҙары
Илемдең ҡуйы урмандары,
Йәм-йәшел туғай ҡырҙары,
Сылтырап аҡҡан шишмәләре
Беҙгә ҡалған ата-әсәләрҙән.
Беҙ уны һаҡлайыҡ дуҫтар
Килгән йәшлеккә.
Э-э-эй, Уралыбыҙ! Беҙҙең бай илебеҙ.
Э-э-эй, Уралыбыҙ! Онотма ҡурай моңон.
Э-э-эй, Уралыбыҙ! Беҙҙең бай илебеҙ.
Э-э-эй, Уралыбыҙ…
Һанап бөтмәҫлек булған Урал байлығы
Илемдең моңло көйҙәре,
Халҡымдың булған бейеүҙәре,
Ҡурайҙың моңло көйҙәре
Беҙгә ҡалған ата-әсәләрҙән.
Беҙ уны һаҡлайыҡ дуҫтар
Килгән йәшлеккә.
Э-э-эй, Уралыбыҙ! Беҙҙең бай илебеҙ.
Э-э-эй, Уралыбыҙ! Онотма ҡурай моңон.
Э-э-эй, Уралыбыҙ! Беҙҙең бай илебеҙ.
Э-э-эй, Уралыбыҙ…