Нисек барһың шулай бул
Оҡшама бүтәндәргә.
Теләгәндә иркәләп ал,
Әрләгең килһә әрлә.
Һағынғанда-һағындым тип
Һырыл муйындарыма.
Донъяларыңды онотоп
Ял ит ҡуйындарымда.
Шатланғанда шарҡылдап көл
Хәсрәтең булһа ҡайғыр.
Үҙең янһаң һин мине лә
Ялҡының менән яндыр.