Дуҫтар кеүек кенә осраша инек,
Бергә булырбыҙ тип уйламай инек.
Ләкин үтә айҙар, һыу кеүек аға,
Ҡауышырға ваҡыт, ғүмерҙәр уҙа.
Ҡушымта:
Айгөлөм, Айгөлөм, аңла мине һөйөклөм,
Айгөлөм, Айгөлөм, һиндә генә күңелем.
Ҡалалар, ауылдар беҙҙең арала,
Һинән гүзәлерәк ҡыҙ юҡ донъяла.
Тиҙерәк яуап бир, әйт миңә йәнем,
Булаһыңмы, юҡмы минең һөйгәнем