Вступление
Күҙҙәреңде, күҙҙәреңде,
Күҙҙәреңде күҙләнем.
һинең зәңгәр күҙҙәреңдән
Мин өмөттәр эҙләнем.
Ҡушымта:
Мин эҙләнем даланан,
Һин эҙләнең ҡаланан.
Ҡайҙа һин, бәғерем һин,
Таба алманым мин.
Күҙҙәреңдән күҙҙәремде
Бер минут алмаҫ инем.
Яҙмыш Ҡая ташлаһа ла,
Мин һинән ҡалмаҫ инем.
Ҡушымта:
Мин эҙләнем даланан,
Һин эҙләнең ҡаланан.
Ҡайҙа һин, бәғерем һин,
Таба алманым мин.
Һөйә микән, һөймәй микән,
Белһәң ине серҙәрен.
Бәлки уның үҙенең дә
Өҙөләлер үҙәге.
Ҡушымта:
Мин эҙләнем даланан,
Һин эҙләнең ҡаланан.
Ҡайҙа һин, бәғерем һин,
Таба алманым мин.