gGuitarama
Т

Тирә-яҡ бушағанда

Аккорды
Рекламаad-slot:header
Тон
0
Прокрутка
Шрифт
Вид аккордов
Ҡулдарыңды йәйәһең, бикләнеп офоҡтарҙа
Ҡарай алмай үткән юлдарыңды
Йәшен булып осалар ярылған хаталарың
Тәрән моңһоулоҡтоң ҡосағына
Припев:
Тирә-яҡ бушағанда, уйҙарың буталғанда
Күңелең һинең ҡайҙарҙан нур алыр
Тормошоң утрауында һин яңғыҙың ҡалғанда
Бәхетең шишмәһе ҡайҙа ағылыр
Күктән иҫкән елдәрҙең тейәме бер тамсыһы
Йәнеңдең иреклек елкәненә
Етәкләп ҡулдарыңдан баласағың еләме
Сихри һәм билдәһеҙ киләсәгенә
Припев:
Тирә-яҡ бушағанда, уйҙарың буталғанда
Күңелең һинең ҡайҙарҙан нур алыр
Тормошоң утрауында һин яңғыҙың ҡалғанда
Бәхетең шишмәһе ҡайҙа ағылыр

Видео

Смотреть на YouTube

Видео для этой песни пока не подобрано.