Ғәфү ит һин, әгәр, ҡайһы саҡта
Күҙҙәреңә ҡарай алмаһам.
Моңһоу ғына йылмайыуым аша
Бер һүҙ һиңә әйтә алмаһам.
Припев:
Ғәфү ит һин, әгәр, күңелеңдең ,
Тыныслығын боҙһам төндәрен.
Мин бит һине барыһынан нығыраҡ ЯРАТАМ
Яратам бит инде нишләйһең?
Ғәфү ит һин, әгәр, яңылыш ҡына
Йөрәк ҡылдарыңды ҡуҙғытһам.
Һөйгәнеңде белә тороп та мин
Хаҡһыҙ ғына һине рәнйетһәм.